🛑 Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп... — 19 мая 2026 г. в 09:20:33.674
🛑 Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ. Бына булған бит шундай йылдар: мәктәптең һәр пионеры “Пионер”лы ине. Был, бер яҡтан, илдәге идеология күренеше булһа, икенсе яҡтан, беҙ, ысынлап та, был журналда тәрбиәүи, әҙәби, сәнғәти, илһөйәрлек тойғоһо ҡиммәттәре хаҡында күп мәғлүмәт алып үҫтек. (Лариса Абдуллина, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, "Аҡбуҙат" журналы баш мөхәррире) #көнүҙәкфекер

