Георгий таҫмаһын нисек тағырға? — 4 мая 2026 г. в 09:38:39.439
Георгий таҫмаһын нисек тағырға? Быйыл Бөйөк Еңеүгә 81 йыл, ә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл. Хәрби дан һәм ҡаһарманлыҡ символы булған георгий таҫмаһын йөрәк тәңгәленә тағыу дөрөҫ. Был осраҡта һеҙ 85 йыл элек ҡорал тотоп ил һағына баҫҡан олатайығыҙҙы, тылда уны алмаштырып дилбегәне үҙ ҡулына алған өләсәйегеҙҙе, төрлө хәрби бәрелештәрҙә ил намыҫын яҡлаған туғандарығыҙҙы хөрмәт итәһегеҙ. Символиканы дөрөҫ ҡулланмаған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Мәҫәлән, таҫманы кейемдең терһәктән түбән өлөшөнә беркетеү, автомобиль тотҡаһына йә башҡа предметтарға, эттең муйынсағына элеү илдең хәрби данына хөрмәт күрһәтмәү тигәнде аңлата. Был күренеште "нацизм реабилитацияһы" тип баһалауҙары ихтимал. Ә уның өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Ғорурлыҡ менән тағайыҡ!

