Һөнәрем - яҙыусы. — 1 сентября 2026 г. в 18:51:32.703
Һөнәрем - яҙыусы. Бөгөн юҡҡа ғына #көнүҙәкфекер рубрикаһына әҙәбиәт һәм журналистикаға ҡағылышлы цитатаны алманым. 1 сентябрҙән Рәсәйҙә яҙыусы яҙыусы ғына түгел, ул һөнәр эйәһе. Хеҙмәт министрлығы был һөнәргә ҡарата үҙенең талаптарын ҡуйҙы. Хәҙер яҙыусылар аттестация үтергә, стандарттарға ярашлы шарттарҙы үтәргә тейеш. Стандарт һәм ижад йәнәш торорлоҡ төшөнсәләрме? Ижадты талаптарға һәм ҡалыптарға һалып буламы? Башлыса журналистикала эшләгән әҙиптәргә ижадҡа ваҡыт, дәрт һәм илһам ҡаламы? Ошо хаҡта һөйләштек бөгөн

