БСТ каналы 25 йыл эсендә республика һәм йәмғиәт тормошондағы күп ваҡиғаларҙы яҡтыртты. ... — 9 сентября 2026 г. в 11:31:00.423
БСТ каналы 25 йыл эсендә республика һәм йәмғиәт тормошондағы күп ваҡиғаларҙы яҡтыртты. Медицина өлкәһендәге яңылыҡтарҙы ла. 2003-2006 йылдарҙа Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры булып эшләгән Фәнил Шәмиғолов менән илдә милли проекттар эшләй башлаған осорҙо иҫкә алдыҡ. Ул әле етәкләгән Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы ковид-19 осоронда алғы һыҙыҡта торҙо. Әле коллективтың бер нисә хеҙмәткәре хәрби госпиталдә эшләй, алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәм журналистарҙың хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләштек. Тапшырыу БСТ каналының 25 йыллығына арнала. #БСТ25

