🛑 Республика етәкселеге менән килешеп, Мәскәү аша аккредитация алып, 2023 йылдың 14 ию... — 29 апреля 2026 г. в 11:05:00.874
🛑 Республика етәкселеге менән килешеп, Мәскәү аша аккредитация алып, 2023 йылдың 14 июнендә туғыҙ кешенән торған тәүге журналистар төркөмө юлға сыҡтыҡ. Белеүегеҙсә, был дата – Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө. Маҡсатыбыҙ яугирҙәрҙең көнитмеше менән танышыу, улар хаҡында яҙыу ғына түгел, бында ҡайтҡас, халыҡҡа һөйләү ҙә ине. Юлдашым Мөнир Ҡунафин ошо сәфәр нигеҙендә “Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...” тигән юлъяҙма яҙҙы. Ул тулыһынса беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә баҫылды, һуңынан айырым китап булып та сыҡты. Артабан инде бындай сәфәрҙәр нисектер яйға һалынды.(Вәдүт Исхаҡов, "Башҡортостан" гәзите баш мөхәррире, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе) #көнүҙәкфекер

