😱Аҡъяр ауылы янындағы Таналыҡ йылғаһында 65 йәшлек ирҙең мәйете табылған. Әлеге ваҡытт...
😱Аҡъяр ауылы янындағы Таналыҡ йылғаһында 65 йәшлек ирҙең мәйете табылған. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары оператив-эҙләнеү сараларын үткәрә. ⛔Йылғаның был участкаһы һыу инергә тәғәйенләнмәгән, шуның өсөн бында «Һыу инергә ярамай» тигән махсус иҫкәртеүсе таҡталар ҡуйылған. 🏊♂️Һыу ятҡылыҡтарында айырыуса иғтибарлы һәм һаҡ булыуығыҙҙы, бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!