🚙🚗🚚Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәген...
🚙🚗🚚Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә барған брифингта бөгөн дә Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы хәлдәр барланды. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев райондағы хәл менән таныштырҙы. –Беҙҙә өс заправкалау станцияһы бар, өс көн уларҙа бензин юҡ. Оҙон сираттар кешеләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Яғыулыҡҡа бәйле хәлдең тотороҡланыуын көтәбеҙ. Ашығыс хеҙмәттәр буйынса ҡыйынлыҡтар юҡ. Уларҙың машиналары сиратһыҙ заправкалана. Аграрийҙар менән бөгөн мал аҙығы әҙерләү, ураҡ эштәре буйынса семинар уҙғарҙыҡ. Урып-йыйып эштәре башына улар яғыулыҡ менән тәьмин ителгән. Хәл тотороҡланғас, өҫтәп алырҙар тигән ышаныстабыҙ. Ураҡҡа тиклем әле бер ай самаһы ваҡыт бар. Быйыл мул уңыш көтөлә. Аграийҙар ҙа яғыулыҡ йәһәтенән хәлдең яҡшырыуына өмөт итә, – тине ул. ✅Хәйбулла районы хакимиәте башлығының сығышын тыңлап, министр урынбаҫары Эдуард Мостафин әле бер бензовоздың Хәйбуллаға яғыулыҡ менән юлланыуы, икенсе машинаның иртәгә киләсәге тураһында белдерҙе.