🌿Ялығыҙ матур
🌿Ялығыҙ матур үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✔️️Бөтә донъя психик һаулыҡ көнө ✔️Бөтә донъя үлем язаһына ҡаршы көрәш көнө ✔️Бөтә донъя йорт-ерһеҙҙәр көнө ✔️Бөтә донъя күсмә ҡоштар көнө ✔️Бөтә донъя бутҡа көнө ✔️«Бәйләнештә» социаль селтәренең тыуған көнө 🌿Халыҡ һынамыштары ✔️ Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа. ✔️Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр. ✔️Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. ✔️Ҡарлуғастар йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. ✔️Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер. ✔️10 октябрҙә көндәр ҡоро икән, ҡыш әле тиҙ генә етмәҫ.