Ташламалы хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ!
Ташламалы хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ! 2026 йылдың 6 октябренән 16-һына тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы үтә. Был ваҡытта почта һәм редакция аша район гәзитенә яҙылыу хаҡтары 10 процентҡа кәмей. Ошо ун көндә 2027 йылдың беренсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ! 🎁Яҙылыусылар араһында төрлө шәп бүләктәр уйнатабыҙ. Бының өсөн квитанцияларҙы редакцияла теркәргә йәки фотоға төшөрөп Бәйләнештә селтәре аша ебәрергә кәрәк. ☎Белешмәләр өсөн телефон: 2-15-62.