Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🥧
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🥧 Уңған яҡташыбыҙ, "Башҡорт ауылындағы тормош" төркөмөн алып барған Лилиә Ханова тәмле алма рулеты бешереү ысулы менән бүлешкән. 🍎 Бына уның яҙғандары: 5 кенә ингредиенттан эшләнә был рулет. 600-700 г алманы ҡырғыс аша үткәрергә, шунан тигеҙләп силикон пергамент ҡағыҙына һалырға. Мин тәрилкә менән тигеҙләйем, шулай уңайлыраҡ. Артабан 4 йомортҡа менән 1 стакан шәкәрҙе блендер менән болғатырға кәрәк. Ярты көмөш ҡалағы сода (йәки 1 көмөш ҡалаҡ разрыхлитель), 1 стакан он ҡушырға ла тағы болғатырға. Килеп сыҡҡан массаны алманың өҫтөнә ҡойорға, тигеҙләргә һәм 180 градусҡа мейескә ҡыҙарып бешкәненә тиклем оҙатырға. Бешеү ваҡыты берәй 30 минут була. 💯 "Ныҡ тәмле рулет килеп сыға. Эшләүе лә оҙаҡ түгел", - ти оҫта хужабикә.