Һаумыһығыҙ. Мин да үҙ серҙәрем менән бүлешкем килә. Бер кемдән дә кәңәш һорамайым. Бере...
Һаумыһығыҙ. Мин да үҙ серҙәрем менән бүлешкем килә. Бер кемдән дә кәңәш һорамайым. Беренсе ирем ныҡ эсте, ялҡау булды. Айырылыштыҡ. Бер балам бар. Икенсе ирем менән бер ойошмала эшләгәндә танышып кауыштыҡ. Тәуге ғаиләһе булған. Ҡатыны йәш сағынан, мәктаптә уҡыған сағынан ирҙәр менән йөрөргә яратҡан.Ауырлы булып быға кейәүгә сыҡҡан. Ярар 2 ҡыҙ табып биргән. Ирем балаларҙы ҡараған, садикка алып йөрөгән, мунса төшөргән, ашатҡан эсергән кейендергән, больнистала ауырыхалар бергә ятҡан тәрбиәләп. Был бисәгә ихтибар ҙа әҙ булғандыр инде ир яғынан, уйнаш итә башлаған. Үҙенән 8 йәшкә кесе егет менән йөрөп ауырға ҡалғас, иремдең апайҙары кыуып сығарғандар. Айырылышҡандар шул арҡала. Беҙ ҙә матур итеп никах укытып йәшәй башланык. Ер алдык, ой халдык, трактор, машина алдык. Уртаҡ балабыҙ ҙа тыуҙы. Тик беҙ йәшәгән осор ҙа ут йотоп йәшәнем. Ҡатыны араға ныҡ ҡыҫылды. Ул ире менән оҙак та йәшәй алманы. Иремә смс тар яҙҙы, үзе лә балалары ла. Уныһын быныһын йүнәтергә тиеп саҡырыр ине. Ир эшенә ҡушар ине. Минеке көндөҙ йөрөнө артын хөртөргә. Район ирҙәре төнон йөрөнөләр уйнаш итәргә. Нисәмә ғаиләлә талаш ғауға булды. Тәүҙәрәк ярар балалар хаҡыны ти инем. Аҡса кәрәк булғас, яңы йортто эшләп бөтөп сығарға, ирем ҡырға эшкә сығып китте. Шул ваҡытта уларҙың арахында дуҫлыҡ көсәйгәндән көсәйгән. Ней үҙе кейәүгә сыҡманы, ней беҙгә йәшәргә бирмәне. Иремдәң алимент алды, аҡсаһын да тотондо. Эшлаган аҡсахын балаларына шуны алам, быны алам тип хорап алып йөрөгән. Мин үҙем яҡшы эштә эшләгәс аҡса таптырманым, барыхында ала инем, кейемендә, ашарына ла, строй материалы ла,балалар ҙы ла ирҙе ла караным. Ир ҙә ҡайтты, аҡса бар, картахын үҙе тота. Беҙгә тип ғайләгә тип бер тин сығарманы. Тотоноп бөттө аҡсахын. Аҙаҡ һүҙҙәр сыҡты.Ишетелде тәүге бисәхенә шуны алған, быны төҙөткән тигән һүҙҙәр. Беҙҙә айырылдыҡ. Ҡыуҙым. Сығып китте. Теге бисәлә индермәне. Шулай кыҙҙар айырылған иргә сығып йәшәр булхағыҙ, уның тәүге ҡатынының, үҙенең холҡон белмәйенсә ашыҡмағыҙ, минең кеүек.
Канал в каталоге Максиметера
2 781 подписчиков · Книги