«Баламды ен алды...»
«Баламды ен алды...» 2022 йыл, мобилизация башланған ваҡыт ине. Минең ауырлы икәнем билдәле булды. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына баланы алып ҡайтырға (тыуҙырырға) булдым. Шулай бер иртәлә сәсемде яһап торам, өй ишеге асылып китте. Барып яптым да: «Йөрөмә инде, тағын килдеңме ни?» — тип әрләп алдым. Гел шулай борсойҙар ине, өйрәнгән инем инде. Шунан иҫкә төштө, бер әбей һөйләй ине: ауырлы саҡта ен ишек ҡаҡһа йәки ишекте асһа, ишеккә барма, баланы ала, ти торғайны. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына эшкә киттем. Кискә табан ҡан килә башланы. Икенсе көнгә замершая беременность тип операцияға индерҙеләр, 16 аҙналыҡ, тинеләр. Мин бит әле өс көн элек кенә УЗИ үткәйнем, йөрәге тибә ине бит... Баланы алғанда, тик плёнка ғына ине, үҫә алмаған ине, тинеләр. Нисек инде? Бер нисә көн элек кенә УЗИ-ла үҙем баланы күрҙем бит. Табип менән икәүләп уның ҡуҙғалыуын ҡарап торғайныҡ... Шунан бер шәфҡәт туташы әйтә: «Наркозда ендәр тураһында һөйләнең. Ен алған инде балаңды. Срогың ҙур, ә бала юҡ, тик плёнканы ғына алдыҡ. Шаҡ ҡатырлыҡ хәл», — тип әйтеп ҡуйҙы. Анонимлы сығарырһығыҙ инде.