Перейти к содержимому
Максиметер

Көҙ биҙәге-сәскәләр байрамы үтте!

Көҙ биҙәге-сәскәләр байрамы үтте! Бөгөн беҙҙең мәктәптә башланғыс кластар араһында «Көҙ биҙәге-сәскәләр» байрамы үтте. Байрамса сағыу, матур кейенгән балаларҙың шат тауыштарынан мәктәп гөрләп торҙо. Уҡыусылар әкиәт сәхнәләштерҙеләр. Һәр бала үҙ роленә инеп, ихлас уйнаны,үҙенең оҫталығын, фантазияһын һәм тырышлығын күрһәтте. Төрлө конкурстарҙа ла ал бирмәнеләр. Йомаҡ та систеләр, хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөнөләр, сәскәләр бейеүен дә бейеп өлгөрҙөләр. Байрам һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә бүленде: 🥇 1 урын – 2 класс 🥈 2 урын – 4 класс 🥉 3 урын – 1 класс, 3 класс. Еңеүселәрҙе һәм барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙ барығыҙ ҙа бик һәләтле, маһир һәм тырыш! Байрамды ойоштороусыларға, класс етәкселәренә һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамһыҙ был байрам шул тиклем матур һәм йылы булмаҫ ине. Көҙ – ижад, йылылыҡ һәм матурлыҡ миҙгеле. Киләһе байрамдарҙа яңы еңеүҙәр һәм яҡты мәлдәр теләйбеҙ! #мәктәп #көҙбайрамы #КөҙБиҙәгеСәскәләр #1_4Кластар #байрам #ижад

196 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

273 подписчиков · Школы и вузы

Ещё по теме «Школы и вузы»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.