Перейти к содержимому
Максиметер

🥞 Лагерҙа «Кулинария көнө» үтте 🍕

🥞 Лагерҙа «Кулинария көнө» үтте 🍕 Бөгөн лагерҙа — Кулинария көнө! Иртән балалар йыйылып, дәртләнеп физзарядка үткәргәс, тәмле иртәнге аш ашап алдылар. Көндөң төп өлөшөнә әҙерлек шулай уҡ дәртле башланды. Артабан балалар «Сәләмәт булыу — һәйбәт» тигән әңгәмәлә ҡатнашты. Унда сәләмәт туҡланыу, дөрөҫ режим һәм яҡшы ғәҙәттәр тураһында файҙалы белдереүҙәр алдылар. Балалар әүҙем һорауҙар биреп, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Иң ҡыҙыҡлы өлөшө — байрам торты һәм пиццаны пластилинография техникаһында эшләү булды. Балаларҙың оҫталығына һәм фантазия байлығына хайран ҡалырлыҡ! Төрлө төҫтәге пластилиндан ысын шедеврҙар тыуҙы — ҡайһы берҙәре хатта ысын тортҡа оҡшаш ине. Һәр эш үҙенсәлекле һәм матур килеп сыҡты. Шунан һуң «Кулинар сәнғәт» конкурс-уйын программаһы үтте. Балалар бик яратып «Әлләсе» уйынын уйнанылар — йомаҡтар ҡойоп, күңелле ярыштарҙа ҡатнаштылар. Ә һуңынан үҙҙәренең яратып ашаған ризыҡтарын һүрәткә төшөрҙөләр: кемдер бәлеш, кемдер пицца, ә кемдер әсәйенең тәмле бутҡаһын һүрәтләне. Һүрәттәр бик сағыу һәм йәнле килеп сыҡты. Шулай итеп, матур, тәмле һәм файҙалы көн үтеп китте!

96 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

275 подписчиков · Образование

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.