Перейти к содержимому
Максиметер

Бөгөн, 8 сентябрҙә, беҙҙең мәктәп Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнөн билдәләүгә ...

Бөгөн, 8 сентябрҙә, беҙҙең мәктәп Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнөн билдәләүгә ҡушылды! Был тарихи дата Президент указы менән иғлан ителде, ул бөйөк шағир Рәсүл Ғамзатовтың тыуған көнөнә тура килтерелгән. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки Р. Ғамзатов ике телдә ижад итә. Ошо уңайҙан беҙҙә бик матур этно-лаборатория уҙҙы. Балалар төрлө милләт вәкилдәренең милли кейемдәре һәм йолалары тураһында яңы мәғлүмәттәр алдылар. Әбделмәмбәт мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ғәрифуллина Сәлимә Мәжит ҡыҙының Бөрйән районына ғына хас булған милли күлдәк, ҡашмау тураһында һөйләүе уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Урыҫ, мари, татар халыҡтарының милли кейемдәре, орнаменттары, йолалары менән дә таныштылар. Китапханасы Шәмиғолова Гөлүзә Сабирйән ҡыҙы етәкселегендә балалар талҡан— төрки һәм алтай халыҡтарының боронғо традицион ризығын әҙерләргә өйрәнде. Талҡанды юҡҡа ғына «тере аҙыҡ» тип атамайҙар. Ул ифрат туҡлыҡлы, барлыҡ витаминдарҙы һәм микроэлементтарҙы һаҡлай, быуаттар дауамында кешеләргә көс тупларға ярҙам иткән. Был көн тағы ла бер тапҡыр шуны иҫбатланы: телдәр — быуындарҙы бәйләүсе еп, ә традиция — йөрәктәр араһындағы күпер. Беҙ төрлө, ләкин бергә! Күп милләтле Рәсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ! #НавигаторыДетства #Росдетцентр #НавигаторДетстваРБ #РеспубликаБашкортостан

169 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

273 подписчиков · Школы и вузы

Ещё по теме «Школы и вузы»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.