ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 21 октября 2026 г.
"Ҙур ғаилә уйындары”ның муниципаль этабы уҙҙы «Рәсәй бөркөттәре» программаһын тормошҡа ...
"Ҙур ғаилә уйындары”ның муниципаль этабы уҙҙы «Рәсәй бөркөттәре» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Ҙур ғаилә уйындары» республика фестивале «Беренселәр хәрәкәте», Башҡортостан Респуликаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, «Баласаҡ навигаторҙары» төбәк ресурс үҙәге, «Башҡортостан пионерҙары» республика балалар йәмәғәт ойошмаһы һәм Өфө районы Булгаково ауылындағы лицей ярҙамында ойошторола. Был проект ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, ата- әсәләр менән балаларҙы" Беренселәр" хәрәкәте ойошмаһының ҡағиҙәләре менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Муниципаль этапта Әбделмәмбәт мәктәбе исеменән Заһитовтар ғаиләһе уңышлы сығыш яһап " Эрудит " номинацияһында еңеү яуланы. "Орленок - лидер" блогында һәр ғаилә үҙҙәре менән ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп таныштырҙы. "Орленок - эрудит" , "Орленок - спортсмен' блоктарында зирәклектә, етеҙлектә көс һынаштылар. "Орленок - эколог" та иһә экологик белемдәрен күрһәттеләр. "Ҙур ғаилә уйындары " һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ тәҫьораттар ҡалдырҙы. Сарала ҡатнашыу балаларҙы командала эшләргә, яуаплылыҡҡа өйрәтһә, ата- әсәләрҙе иһә мәктәп тормошона әүҙемерәк ҡушылырға саҡыра.