ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 26 октября 2026 г.
Көҙгө каникулдар башланыу менән мәктәбебеҙҙә көндөҙгө лагерь үҙ эшен башланы!
Көҙгө каникулдар башланыу менән мәктәбебеҙҙә көндөҙгө лагерь үҙ эшен башланы! Быйылғы көҙгө ял көндәрендә мәктәбебеҙ ишектәре балалар өсөн киң асылды: көндөҙгө лагерь үҙ эшен әүҙем башлап ебәрҙе. Маҡсатыбыҙ — балаларҙың ялын файҙалы, ҡыҙыҡлы һәм хәүефһеҙ итеп ойоштороу, уларҙың һаулығын нығытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Иртәнге сәғәттә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа йыйылды. Килдеғол һәм Ҡолғана мәктәптәренән килгән ҡунаҡтар ҙа беҙҙең менән бергә лагерь эшенә ҡушылды. Балалар, тәмле йоҡоларын ҡалдырып, күңелле кәйеф менән лагерға ашыҡты — сөнки алда уларҙы яңы танышыуҙар, уйындар һәм конкурстар көтә ине. Көн музыка менән физзарядканан башланды: балалар бергәләп күнегеүҙәр эшләне, көс-ҡеүәт йыйҙы. Шунан һуң тәмле иртәнге аш — бөтәһе лә рәхәтләнеп ашаны. Аштан һуң саралар ике йүнәлештә дауам итте. Өлкәнерәк уҡыусылар спортзалда ярышты, ә бәләкәстәр кластарҙа төрлө уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашты. Улар бер-береһе менән танышты, кем нимә менән шөғөлләнеүен, нимәгә маһир икәнен белде. Был аралашыу балаларҙы берләштерҙе, дуҫлыҡты нығытты. Өлкәндәр иһә тышҡа сығып, саф һауала «Күңелле уйындар» үткәрҙе. Етеҙлек, егәрлек һәм команда рухы — ошо уйынарҙың төп биҙәге булды. Үткәрелгән сараларҙан һуң балалар тағы ла тәмле итеп ашап, яҡшы кәйефтә өйҙәренә таралышты. Көн бик йөкмәткеле һәм файҙалы үтте! Алда беҙҙе тағы ла күп ҡыҙыҡлы саралар, экскурсиялар, уйындар һәм конкурстар көтә. Көндөҙгө лагерь эше дауам итә — балаларҙың күңелле ялы өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырыласаҡ! #осенниеканикулы #пришкольныйлагерь #дневнойлагерь #каникулыспользой #школьнаяжизнь #детскийотдых #активныеканикулы