Эй талпына ҡошсоғом, — 21 июля 2026 г. в 12:44:41.149
Эй талпына ҡошсоғом, Атаһын күреп ҡалһа. Шундуҡ ауыҙ йырыла, Килеп етә тиҙ генә, Имгәкләп ҡаршыһына. Кескәй генә кешегә Атай ҙа кәрәк, әсәй. Ғаилә тип ататтыра, Бәхеткә төрә бәпәй. Атай һәм ҡыҙ баланы Һиҙелмәҫ ептәр бәйләй: Һәр өнөнә күтәреп, Ҡулында ғына йөрөтә, Үҙенсә генә бәпләй. Яҙһын һәр бер сабыйға Тулылыкта йәшәргә, Өйҙә булһын кешекәй Һөйөргә, әп итергә. Лилиә АЛТЫНҒУЖИНА (ҠАҺАРМАНОВА) Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.

