Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейының IX синыфын тамамлаған Руслан Әминев 12-... — 20 июля 2026 г. в 08:26:44.490
Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейының IX синыфын тамамлаған Руслан Әминев 12-19 июлдә Ҡытайҙа уҙған халыҡ-ара иҡтисад олимпиадаһында көмөш миҙалға лайыҡ булды. Афарин! Был донъя кимәлендәге иң абруйлы интеллектуаль ярыштарҙың береһендә 62 илдән уҡыусылар ҡатнашҡан. Рәсәй командаһына Руслан һәм Мәскәүҙән дүрт уҡыусы индерелгәйне. Улар барыһы ла лайыҡлы сығыш яһап, ике көмөш, өс бронза миҙал алып ҡайтты. Республика Башлығы Радий Хәбиров Русланды уңышлы сығышы менән ҡотлап, уның менән ғорурланыуы тураһында социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Һәләтле егеттең остазы Руслан Ренат улы Ғабдрахмановҡа рәхмәтен белдерҙе. Руслан үткән уҡыу йылында иҡтисад буйынса республика олимпиадаһы еңеүсеһе булғайны. Артабан ҡаты һынау үтеп, Рәсәйҙең иң яҡшы биш йәш иҡтисадсыһы исемлегенә инде. Проекттарҙы инглиз телендә уңышлы яҡлай. Иҡтисад фәнен төплө белә, ораторлыҡ оҫталығы ла бар.

