Өфөлә 2027 йылда асыласаҡ республика математика интернат-лицейы Бәшир Рәмиев исемен йөр...
Өфөлә 2027 йылда асыласаҡ республика математика интернат-лицейы Бәшир Рәмиев исемен йөрөтәсәк. Был күренекле ғалим, яҡташыбыҙ - илебеҙҙең электрон иҫәпләү техникаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Менделеев урамында төҙөлгән белем усағында VI-XI синыф уҡыусылары уҡыясаҡ. Әйткәндәй, лицейға һайлап алыу туры быйыл октябрҙә үк башланасаҡ. Унда республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларынан һәләтле балалар ҡатнаша аласаҡ.