Һутлы телем
Һутлы телем Туған телем, һөлөк ише, Йәнкәйемә йәбешкән. Кендек аша әсәй менән Ҡарында уҡ һөйләшәм. Донъя танып, кеше булдым Туған телем һутында. Телем йәме – күңелемдә, Телем тәме – уртымда! Үткер телем. Үрсер телем, Юлын табыр урғылып. Ерҙәр ҡаплап йәнә ҡалҡыр Нәҫеленә сәсеп ҡалған Ыуыҙ ғына ҡурпыһы! ЗӨҺРӘ ҮТӘҒОЛОВА.
213 просмотров