Беҙ уға ышанабыҙ
Беҙ уға ышанабыҙ #ШагитХудайбердин #Премия #Творчество #Поддержка Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Зөһрә Хәкимова үҫеп килгән быуынға, балаларға үрнәк булырлыҡ шәхес, журналист-ирекмән. Уҡыусылар өсөн ойошторған “Өскөл хаттар" акцияһы ла мәктәп йәшендәге балаларҙы, йәштәрҙе илһөйәрлек рухта тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Киләсәк өсөн бөгөн йәш хәбәрселәр тәрбиәләй һәм үҫтерә. Зөһрә Хәкимова —Башҡортостан журналистары араһында үҙ урынын хаҡлы рәүештә яулап алған үҙ эшенең оҫтаһы. Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға күптән лайыҡ тип уйлайым. Быйыл йыл буйына гәзиттә журналистың “Онотолмаҫ батыр исеме” рубрикаһында баҫылып килгән мәҡәләләре ғәҙел баһаланырға тейеш тип уйлайбыҙ. Тулыһынса: https://vk.ru/wall-45440006_71310