Уның хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡлы #ШагитХудайбердин #Премия #Творчество #П...
Уның хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡлы #ШагитХудайбердин #Премия #Творчество #Поддержка Билдәле журналист Зөһрә Хәкимованың премия конкурсына тәҡдим иткән публицистик статьялар шәлкеме (цикл) – «Ҡыҙымды һағындым», «Илен яратҡан һәм уны һаҡлаған ул үҫтерҙем», «Берәй хәл була ҡалһа, ҡатыныма ипләп аңлатығыҙ...», «Еңеүҙе алғы һыҙыҡта яҡынайта», «Батырлыҡ өсөн миҙалы бар» – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанда тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән Башҡортостан егеттәре тураһында. Очерктарҙың бөтәһе лә тәрән аналитик фекерләүгә ҡоролған. Автор үҙенең һәр яҙмаһында тормоштағы һәм яу ҡырындағы теге йәки был ситуацияның төп асылына үтеп инә. Зөһрә Хәкимованың тере геройҙары ҡайҙандыр, «бармаҡтан һурып» сығарылмаған, улар барыһы ла беҙҙең аранан, тормоштоң нәҡ үҙенән, ата-әсәһенең арҙаҡлы, ғәзиз улдары, ысын батырҙар. Тап шуның өсөн дә Зөһрә Хәкимованың очерктары бик уҡымлы, геройҙарының яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. https://vk.ru/wall-45440006_71279