🥇МХО яугире Илдар ГӘРӘЙШИН “Батырлыҡ кубогы” Бөтә Рәсәй инклюзив фестиваленең республи... — 11 июня 2026 г. в 12:47:35.375
🥇МХО яугире Илдар ГӘРӘЙШИН “Батырлыҡ кубогы” Бөтә Рәсәй инклюзив фестиваленең республика этабында алтын миҙал яуланы! 🏆Хәрби хәрәкәттәр ветерандары араһында “Батырлыҡ кубогы” Бөтә Рәсәй инклюзив фестиваленең төбәк этабы май аҙағында Өфөлә үтте. ♟️Яҡташыбыҙ “Шахматтар” дисциплинаһында еңеүсе булды. 👤Мөрсәлим ауылы егете, спортсы, шахматсы Илдар Гәрәйшин махсус хәрби операцияға 2022 йылда мобилизациялана. Ул шахматты яратҡас, үҙенә позывнойын да “Шах” тип ала. 🪖МХО-ла штурмлаусы, гранатометсы булып, дошмандың терәк пункттарын баҫып алыуҙа ҡатнаша, пилотһыҙ осоусы аппараттарына ҡаршы алыша. Хеҙмәте осоронда 30-ҙан ашыу дошман дронын бәреп төшөрә. Өс тапҡыр яраланып, дауаланып сығып, ҡайтанан сафҡа баҫа. Үҙе лә яраланған иптәштәрен яу яланынан бер нисә тапҡыр алып сыға. 🎖“Шах” батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн “МХО-ла ҡатнашыусы” һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнгән. ✊Ҡыйыу рухлы яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уңыштары менән ҡотлайбыҙ! 👉“Йүрүҙән”дең МАКС каналына ҡушылығыҙ

