📗Яҡташыбыҙ Франгил ҒӘЛИЕВ (ижади псевдонимы – Фрай Ғәли) үҙенең яңы китабын сығарҙы. Й...
📗Яҡташыбыҙ Франгил ҒӘЛИЕВ (ижади псевдонимы – Фрай Ғәли) үҙенең яңы китабын сығарҙы. Йыйынтыҡты автор “Хыялыйһың тиһең...” тигән шиғыры исеме менән атаған. 🏘Франгил Хәмиҙулла улы 1959 йылдың 24 майында Лағыр ауылында тыуған. Бөгөн Межгорье ҡалаһында йәшәй, хаҡлы ялда. 📝Йәш сағынан мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар ижад итә. “Һин – былбылым минең” исемле китабы ла бар. Яҡташыбыҙҙың шиғырҙары, мәҡәләләре Белорет районының “Урал”, Салауат районының “Йүрүҙән” гәзиттәрендә даими баҫыла. Урындағы Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы ул. ♟️Франгил Ғәлиев шахмат мәсьәләләре төҙөү буйынса композитор ҙа. “Йүрүҙән” гәзитенә ул төрлө темаларға шахмат мәсьәләләрен, кроссвордтарын һәр ваҡыт ебәреп тора.