✍Матбуғат ветераны, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Салауат районы башҡорттары ҡоро... — 11 июня 2026 г. в 04:54:29.310
✍Матбуғат ветераны, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы, Мырҙалар ырыуының ҡор башы, “Әйлеләр” халыҡ сәсәндәре ойошмаһы ағзаһы, һәүәҫкәр шағир Нурислам Сулпан улы НИЗАМЕТДИНОВ “Яратам һине, тормош!”оло йәштәге башҡарыусылар республика конкурсында “Әҙәби әҫәрҙәр уҡыу” номинацияһында 3-сө урын алды. Ҡотлайбыҙ! ✅Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәтенә ярашлы, конкурста төрлө номинацияларҙа бөтәһе 2 меңдән ашыу оло йәштәге кешеләр ҡатнашҡан. Улар 350-нән ашыу ижади сығыштар тәҡдим иткән. Бөтәһе 70 еңеүсе билдәләнгән. 📸Фото: Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы.

