☀☀☀Ҡабаттан эҫе көндәр ҡайта — 9 июня 2026 г. в 13:01:10.615
☀☀☀Ҡабаттан эҫе көндәр ҡайта Синоптиктар билдәләүенсә, ямғырҙар тиҙҙән туҡтаясаҡ. 🌡Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июндең тәүге ун көнөндә ҡулайлы һауа торошо һаҡлана. 🌞Төнөн һауа температураһы +10…+15 градус кимәлендә булһа, көндөҙ +20…+25 градусҡа тиклем йылынасаҡ. ☀Айҙың икенсе һәм өсөнсө ун көнлөгөндә иһә республика халҡын ысын һауа торошо сюрпризы көтә. 11 июндән төбәктә йәйге эҫелек урынлашасаҡ: термометр бағанаһы +28 градусҡа етәсәк. Был осор яуым-төшөмдәрҙең бөтөнләй булмауы менән айырылып торасаҡ – синоптиктар баһалауынса, ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошо июнь аҙағына тиклем һаҡланасаҡ. 🌼Башҡортостанда йәй йәнләнә башлай, һәм ямғырлы көндәрҙән һуң төбәкте оҙайлы йылы осор көтә. Июль айына ҡарата фараз да ошо эҫелектең дауам итеүен вәғәҙәләй. Ә бына август, Росгидромет баһалауынса, 65-70% ихтималлыҡ менән үҙенең климатик нормаһына ҡайтасаҡ йәки ғәҙәттәгенән бер аҙ йылыраҡ буласаҡ.

