Һабантуй – 2026: Тирмәләр бәйгеһе — 12 июня 2026 г. в 06:27:45.063
Һабантуй – 2026: Тирмәләр бәйгеһе 🛖Район һабантуйы сиктәрендә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамында ауыл биләмәләре үҙҙәренең тирмәләрен һәм милли ихаталарын тәҡдим итте. 🇷🇺🧑🧑🧒🧒🪖Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, махсус хәрби операция – ошо темалар быйылғы конкурстың төп критерийҙары булды. 📝Жюри һәр бер тирмәләрҙе ҡарап сыҡты. Һабантуй байрамы аҙағында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

