🪗Шәрип ауылы һәүәҫкәрҙәре Дыуан районының Өлкөндө ауылында үткән “Яңғырай халыҡ йырҙар...
🪗Шәрип ауылы һәүәҫкәрҙәре Дыуан районының Өлкөндө ауылында үткән “Яңғырай халыҡ йырҙары” тип аталған фестивалдә ҡатнашты. 🎉“Изге мираҫ” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҙғарған сарала төрлө райондарҙан, сит өлкәләрҙән вәкилдәр булды. 💥Шәрип ауылынан Алида Рәжәпова, Гөлфирә Шәфиева, Рита Низаметдинова сығыш яһап, Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.