🌦☀⚡️Ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә — 19 июня 2026 г. в 10:59:39.508
🌦☀⚡️Ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә 🌦⚡️Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы +23, +28°. 🌦⚡️Шәмбе, 20 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +23, +28°. 🌩⚡️Йәкшәмбе, 21 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала йәшенләп ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы +12, +17°, көндөҙ +23, +28°.

