“Кадет” яҡташтарына рәхмәтен белдерҙе — 6 июля 2026 г. в 05:13:00.499
“Кадет” яҡташтарына рәхмәтен белдерҙе ❤️Дуҫтар, иҫегеҙҙәме, беҙ Салауат районынан “Кадет” позывнойлы яугиргә аҡсалата ярҙам йыйыу ойошторғайныҡ? Барыһы ике көн эсендә район халҡы 55 мең һум аҡса йыйып ебәрҙе! Ә кисә унан шатлыҡлы хәбәр килде : “Кадет” бөтә кәрәк-яраҡтар – дрондар өсөн ҡорамалдар һатып алған. Беҙҙең батыр видеомөрәжәғәт ебәрҙе, унда һәр берегеҙгә рәхмәтен еткерҙе. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Һеҙ – беҙҙең тылдың ысын геройҙары. ❤️

