🤲Мәсет ихатаһына тротуар плиткәләре түшәлде
🤲Мәсет ихатаһына тротуар плиткәләре түшәлде Сыбаркүл ауылында “Ғәзиз” исемле матур мәсет бар. Уны 2008 йылда Ҡасим Әбделғәзе улы Ғәзизовтың балалары төҙөгән. Сыбаркүлдәр әүҙем халыҡ, мәсет бер ҡасан буш торғаны юҡ. Дини байрамдар, аят аштары ойошторола, килгән һәр кемгә уның ишеге һәр ваҡыт асыҡ. 🕌Дини йорттарҙы төҙөү – тиҙ арала башҡарылған эш түгел. Элек-электән халыҡ бергә йыйылышып, ҡулдан килгәнсә мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәгән. Әлеге мәлдә мәсеттең тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Битараф булмаған ауылдаштар мәсеткә ярҙам итеп торалар. Был юлы ла ситтә йәшәүсе Әмин бабайҙың балалары тротуар плиткәләрен килтереп бирҙе. Сыбаркүлдәр кәңәшләшеп, уны мәсеттең ихатаһына һалырға булды. Ауылдың уңған ир-егеттәре Марат Исламғолов, Фәнил Тарханов, Азат Сиражетдинов, Рифат Хафизов был эште еренә еткереп эшләп тә ҡуйҙы. Шулай уҡ быйыл бинаға газ үткәрергә ниәтләйҙәр. Бөгөн уға документтар эшләнә. Мәсеткә газ ҡаҙанлығы өсөн төкәтмә эшләй башлаясаҡтар. Газ ҡаҙаны, бешеренеү өсөн газ плитаһы алыу мәсьәләһен хәл итәһе бар. Мәсеткә ярҙам итеү – ҙур сауаплы изге ғәмәл. Был йортта кешеләр намаҙ уҡый, Аллаһты иҫкә ала, Ҡөрьән өйрәнә. Ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индерһендәр ине, тип мөрәжәғәт итә был эште башлаусылар ауылдаштарына, битараф булмаған кешеләргә. Һәр кешегә, ИншаАллаһ, Аллаһтың әжере буласаҡ. Хатта бәләкәй генә ярҙам да был ҙур эштең бер өлөшө була ала.