💥Лағыр ауылынан шағир дуҫыбыҙ Рәфҡәт Хәсәновтың ғаиләһе ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға к... — 3 июля 2026 г. в 07:10:02.304
💥Лағыр ауылынан шағир дуҫыбыҙ Рәфҡәт Хәсәновтың ғаиләһе ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Уларҙың улдары Артём һәм Никита яңыраҡ әрменән ҡайтып төштө. “Артём – Воронежда, Никита Ингушетияла хеҙмәт итте. Артёмды Дилә килен менән 10 айлыҡ ҡыҙҙары Амелия көтөп алды. Никитаны һөйгән ҡыҙы Адель оҙатып ҡалғайны, уның ҡайтыуын көттө. Туғандар, балалар менән һалдаттарҙы күмәкләп хөрмәтләп ҡаршы алдыҡ. Улдарыбыҙҙың ил алдындағы изге бурыстарын иҫән-һау үтәп ҡайтыуҙарына шатбыҙ”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты уларҙың әсәләре Фәнирә Хәсәнова. 👥Бер туғандар Артём һәм Никита Якимовтарҙы Рәфҡәт һәм Фәнирә Хәсәновтар тәрбиәгә алып үҫтерә. Егеттәр икеһе лә Лағыр урта мәктәбендә уҡығанда уҡ төрлө спорт ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, милли көрәш буйынса чемпиондар, “Салауат” хәрби-патриотик клубы һәм “Аҡбуҙат” хоккей командаһының әүҙем ағзалары була. Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ ауылы филиалынан һуң былтыр әрмегә алыналар.

