Перейти к содержимому
Максиметер

🔥Башҡортостанда яғыулыҡ менән бәйле хәл тураһында: айырым контролдә тоторға

🔥Башҡортостанда яғыулыҡ менән бәйле хәл тураһында: айырым контролдә тоторға   ⛽Радий Хәбиров бензинға бәйле ҡыйынлыҡ халыҡта ризаһыҙлыҡ һәм аптырау тыуҙырыуын белдерҙе. Эре ҡалаларҙа һәм трассаларҙа хәл тотороҡланды, ләкин ҡайһы бер урындарҙа яғыулыҡ етешмәүе күҙәтелә.   🌾Башҡортостан Башлығы вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиеларын яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән әүҙем шөғөлләнергә ҡушты, бигерәк тә ураҡ осоронда был мөһим.   ☝️Шулай уҡ Радий Хәбиров вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа хәлде даими контролдә тоторға ҡушты.   “Бының менән иртәнән кискә тиклем шөғөлләнергә кәрәк, хәҙер кешеләрҙе шул ғына борсой. Бер сәғәт заправкала тороу яҡшы түгел”, – тине оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе.     🚓🚑🚒Ашығыс һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе бензин менән тәьмин итеү, шулай уҡ халыҡтың социаль ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү – өҫтөнлөклө мәсьәлә. 📸 Һүрәттә: уҙған йома Малаяҙ ауылы осондағы АЗС-та ошондай сират ине.

456 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

839 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.