🏡Йонос ауылы активистары һәм ирекмәндәре юл буйындағы бәләкәй баҙар эргәһендә өмә ойош...
🏡Йонос ауылы активистары һәм ирекмәндәре юл буйындағы бәләкәй баҙар эргәһендә өмә ойошторҙо. Улар биләмәне сүп-сарҙан таҙартып, тирә-яҡты тәртипкә килтерҙе. “Тыуған яҡ тураһында хәстәрлек күреү ҙә сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешенең бер өлөшө бит, – ти “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашҡан йоностар. – Беҙҙең ауылыбыҙ ғәжәп матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: йәшел урмандар, таҙа шишмәләр, саф һауа. Ауыл эргәһендәге трассала бәләкәй баҙар бар, унда йәйгеһен беҙҙең халыҡ еләк, бәшмәк һата. Юл йөрөүселәр йыш ҡына бында ял итергә, ашап алырға туҡтай. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ялдан һуң был урында сүп-сар ҡала”. ☝️Йонос ауылы халҡы водителдәрҙе һәм уларҙың пассажирҙарын тирә-яҡты сүпләмәҫкә, ҡалдыҡтарҙы үҙҙәре менән алып китеп, махсус урынға ташларға саҡыра. Уларҙың фекеренсә, айыҡ ауыл таҙа уйҙарҙан, таҙа юлдарҙан һәм таҙа урамдарҙан башлана.