🚑«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә Салауат районына «Һаулыҡ поез... — 18 августа 2026 г. в 06:08:17.779
🚑«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә Салауат районына «Һаулыҡ поезы» килә! 2026 йылдың 20 авгусынан 10 сентябренә тиклем Салауат районында ҙур медицина акцияһы үтә. «Һаулыҡ поезы»ның эш графигы: - 20, 21, 24, 25 август — Аркауыл ауылы - 26 август — Мәсетле ауылы - 27 август — Янғантау ауылы - 28, 31 август — Торналы ауылы - 1 сентябрь — Лағыр ауылы - 2–3 сентябрь — Лаҡлы ауылы - 4, 7, 8 сентябрь — Мөрсәлим ауылы - 9 сентябрь — Нәсибаш ауылы - 10 сентябрь — Әлкә ауылы Күсмә комплекстар составында флюорографтар, маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре бар. Табипҡа яҙылыу кәрәкмәй — ҡабул итеү «тере сират» буйынса алып барыла. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ОМС полисын алырға онотмағыҙ. Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.

