📢🚑Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2026 йыл башынан "Сәл... — 17 августа 2026 г. в 07:47:52.632
📢🚑Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2026 йыл башынан "Сәләмәтлек поездары"нда 205 МХО-ла ҡатнашыусы һәм уларҙың 1706 ғаилә ағзаһы тикшеренеү үткән. "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы сиктәрендә күсмә бригадалар 159 550 тапҡыр ҡабул иткән һәм 42 733 тикшереү үткәргән. Табиптар 8 218 сирҙе, шул иҫәптән 3 176 социаль әһәмиәтле ауырыуҙы тәүге тапҡыр асыҡлаған. Ҡайһы бер пациенттарҙа хәүеф факторҙары (шәкәр, холестерин, ҡан баҫымы юғары, артыҡ ауырлылыҡ). Ҡаты ауырыуҙарға шик табылған кешеләр өҫтәмә тикшеренеү үтергә һәм дауаланырға йүнәлтелгән. ✅ 2026 йылдың 17 авгусынан 23-нә тиклем "Сәләмәтлек" поездарының маршруты: Йылайыр, Ҡыйғы, Салауат, Ҡариҙел, Миәкә, Дәүләкән, Күгәрсен, Ейәнсура һәм Өфө райондары. Был акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола һәм "Оҙон һәм әүҙем тормош" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул проблеманы ваҡытында күрергә һәм дауалана башларға ярҙам итә. Табиптар бушлай, тере сират буйынса ҡабул итә. Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы (ОМС) полисын алырға. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

