1 сентябрь – Белем көнө. Яңы уҡыу йылы менән! — 1 сентября 2026 г. в 07:34:41.663
1 сентябрь – Белем көнө. Яңы уҡыу йылы менән! 🏫Малаяҙ башҡорт гимназияһы быйыл 535 уҡыусыны ҡабул итте. 1-се класҡа 39 бала килде, уларға башланғыс кластар уҡытыусылары Альбина Хужина һәм Олег Сергеев белем бирәсәк. 💥Барыһын да яңы уҡыу йылы башланыуы менән гимназия директоры Владислав Килдейәров, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рудольф Фәхретдинов, махсус хәрби операция ветераны Альберт Сафин ҡотланы. 🔔Тәүге ҡыңғырау шылтыратыу хоҡуғы 11-се кластан Айвар Кирханов һәм 1-се кластан Анабель Хановаға бирелде. Тантаналы линейканан һуң сығарылыш уҡыусылары беренселәрҙе тәүге дәрескә оҙатты. 💐Белем көнө менән! 2026/2027 уҡыу йылы уңышлы үтһен!

