Салауат районынан МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар йөк илтеп тапшырылды. — 1 сентября 2026 г. в 04:52:41.198
Салауат районынан МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар йөк илтеп тапшырылды. 🚛Был юлы унда райондан “КамАЗ” автомобиле алып барылды. Шулай уҡ “УАЗ” машинаһы, ике тағылмалы мунса, “Ҡыҙырбаҡ” эсәр һыуы, автомобиль тәгәрмәстәре, генераторҙар, бензобысҡылар, медикаменттар, шәхси посылкалар һ.б. “Был гумконвойҙы оҙатыусылар экстремаль шарттарҙа, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, егеттәребеҙ янына барҙы. Хәүефле юлдан ҡурҡмаған һәм ысын характер күрһәткән ҡыйыу водителдәребеҙ – Асфан Ғилметдинов, Илдус Аҙнабаев, Тәлғәт Исламғазинға һәм гуманитар ылауҙы оҙатып йөрөүсе, Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллинға ҙур рәхмәт!Яугирҙәр бөтә яҡташтарына йылы сәләмдәрен һәм күрһәтелгән һәр ярҙам өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Дөйөм эшкә өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт! Артабан да үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итәбеҙ”, – тип хәбәр итте Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов. ✅Салауат районынан махсус хәрби операция зонаһына был 41-се гуманитар йөк булды. Барыһы ла Еңеү өсөн!

