😓Ҡайғылы хәбәр. Яҡташыбыҙ, күренекле музыка белгесе-фольклорсы-ғалим, композитор, сәнғ... — 16 сентября 2026 г. в 07:52:23.901
😓Ҡайғылы хәбәр. Яҡташыбыҙ, күренекле музыка белгесе-фольклорсы-ғалим, композитор, сәнғәт фәндәре докторы Риф Сөләймәнов арабыҙҙан китте. Уға быйыл 90 йәш тулған булған. ✅Риф Сафа улы СӨЛӘЙМӘНОВ 1936 йылдың 9 июнендә Лағыр ауылында тыуған. 1962 йылда – Өфө музыка-педагогия училищеһын, 1968 йылда Ҡазан дәүләт педагогия институтының музыка-педагогия факультетын тамамлай. Өфө музыка тәрбиә биреү мәктәп-интернатында (хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында) уҡытыусы булып эшләй. 1970 йылда Риф Сөләймәнов СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ғилми хеҙмәткәр булып күсә. 1990 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 2006 йылдан фольклористика бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре була. 🪕Риф Сафа улы үҙен фольклорҙы өйрәнеүгә, боронғо башҡорт уйын ҡоралдарын: думбыра, дөңгөр, ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеүгә һәм камиллаштырыуға бағышлай. Ул 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт, монография, йырҙар йыйынтығы, уҡытыу-методик әсбаптар авторы. Уның халыҡ музыка ҡоралдарын эшләү һәм камиллаштырыу менән бәйле уйлап табыуға биш патенты була. 🎼Музыка мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән өсөн Риф Сөләймәновҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Салауат Юлаев ордены кавалеры була. 📚Ғалимдың билдәле китаптары араһында – “Халыҡ ижады ынйылары” (Өфө, 1995), “Боронғо башҡорт скрипкаһы – ҡылҡумыҙ”, “Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарының йыр ижады” һәм башҡалар. 🥀🥀Яҡташыбыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 📸Фото: Салауат районы мәҙәниәт бүлеге.

