🚌Салауат районы пенсионерҙары Шишмә районының билдәле урындарына сәйәхәт ҡылды.
🚌Салауат районы пенсионерҙары Шишмә районының билдәле урындарына сәйәхәт ҡылды. 🛖Райондың ветерандар ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева етәкселегендәге бер төркөм оло йәштәгеләр “Турахан” Евразия күсмә цивилизациялар музейында, Турахан кәшәнәһендә булды. Улар Шишмә ҡасабаһындағы Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, хажи Хөсәйенбәк мәсете менән дә танышты. “Бик шәп экскурсия булды. Турахан да, музей ҙа, мәсет тә ныҡ оҡшаны. Яратҡан шағирыбыҙ Мостай Кәрим һәм йырсыбыҙ Фәриҙә Ҡудашеваның музейында булып, улар менән осрашҡан кеүек тойҙоҡ. Көнһылыу Ҡазихан ҡыҙына, экскурсовод ҡыҙҙарға, автобус водителенә бик ҙур рәхмәт! Был сәйәхәттән яҡшы һәм сағыу тәьҫораттар менән ҡайттыҡ”, – тип хәбәр итте Юлай ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны Әминә Йоносова. ✅Бер көнлөк тур “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” республика проектына ярашлы ойошторолдо.