💥Арҡауыл ауылында Рәми Ғарипов йорт-музейында Ҡурай көнөн үткәрҙеләр.
💥Арҡауыл ауылында Рәми Ғарипов йорт-музейында Ҡурай көнөн үткәрҙеләр. 🪈Осрашыуға ҡурайсы Вилүр Мөхөтдинов саҡырылды. Ул мәктәп уҡыусыларын был милли музыка ҡоралы менән таныштырҙы. “Ҡурай моңдары яңғырап торһон. Искәндәр ағай Миһрановтың “Урал”ды уйнағанын һәр ваҡыт һағынабыҙ. Вилүр Мөхөтдиновтың “Азамат”ты уйнағанын ололар ғына түгел, хатта балалар ҙа ихлас тыңланы. Уҡыусылар һәр ҡайһыһы ҡурайҙы тотоп уйнап ҡараны. Уларға ҡарап, шулай ҙур ҡурайсылар ансамбле баҫып торһон ине, тип хыялланып ултырҙым. Вилүр өйрәтер әле, тип ышанабыҙ”, – ти музей директоры Луиза Хәйретдинова. ✅Бөгөн, 10 октябрҙә, Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың указы менән 2024 йылда булдырылды. Башҡортостанда ҡурайсылар дәүләт ансамбле лә ойошторолдо.