🏘🪿Йонос ауылында ҡаҙ өмәһе башланды.
🏘🪿Йонос ауылында ҡаҙ өмәһе башланды. “Ауылдаштарыбыҙ Рәфҡәнә һәм Ишмөхәмәт Байдәүләтовтар йыл да күпләп ҡаҙ, тауыҡ үрсетә. Быйыл улар 33 баш ҡаҙ үҫтереп, тәүгеләрҙән булып өмәне башлап ебәрҙе. Тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙең емештәре ризыҡҡа яҙһын! Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәгән бит, тип шатланып-ҡыуанып ултырырға насип булһын барыбыҙға ла. Башҡорт халҡы борон-борондан күп эштәрҙе күмәкләп башҡарған. Был йола ауылдарҙа әле лә йәшәп килә. Өмәлә туғандар, дуҫтар, күршеләр осрашты, уйын-көлкө, шат тауыштар яңғырап торҙо”, – тип беҙгә яҙып ебәрҙе әүҙем хәбәрсебеҙ, педагогик хеҙмәт ветераны Гөлнур БАЙДӘҮЛӘТОВА.