Малаяҙ башҡорт гимназияһы махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлө...
Малаяҙ башҡорт гимназияһы махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөшөн индерҙе. 📦Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре яугирҙәргә 23 ҡумта кәрәк-яраҡ әҙерләгән. Уларҙы гимназияның хужалыҡ мөдире Владислав Мөфтиев һәм хеҙмәткәр Радик Сибәғәтуллин гуманитар ярҙам йыйыу пунктына килтереп тапшырҙы. 🚛Салауат районында МХО биләмәһенә 42-се гуманитар йөк әҙерләнә. Посылкалар һәм гуманитар ярҙам Дыуан күп профилле колледжы филиалында (адресы: Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 2) ҡабул ителә. Шулай уҡ посылкаларҙы ауыл биләмәләре хакимиәттәренә лә килтерергә мөмкин.