Бөгөн Салауат районында әрмегә алыныусы егеттәрҙе тәбрикләнеләр.
Бөгөн Салауат районында әрмегә алыныусы егеттәрҙе тәбрикләнеләр. 🇷🇺Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу осоронда 43 яҡташыбыҙ Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына баҫасаҡ. “Призывник көнө” байрамына уларҙың бишеһе килгәйне. 🔥Буласаҡ һалдаттарға Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссариаты вәкиле Рөстәм Хафизов, райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин, ветерандар ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева яҡшы хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләне. Мәҙәниәт йорто артистары йәштәрҙе патриотик йырҙары менән дәртләндерҙе. ✊Имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!