Салауат районында туризмды үҫтереү өсөн инвестор 87 гектар ер майҙаны аласаҡ. Был учас...
Салауат районында туризмды үҫтереү өсөн инвестор 87 гектар ер майҙаны аласаҡ. Был участкаларҙа курорт, спа-отель һәм ат спорты комплексы барлыҡҡа киләсәк. ✅Башҡортостан Башлығы бойороғона ярашлы, “Тау һулышы” (“Дыхание гор”) инвестиция компанияһы Салауат районында дөйөм майҙаны 87,5 гектар тәшкил иткән өс участканы сауҙаһыҙ ҡуртымға ала. Инвестор был биләмәләрҙә дөйөм хаҡы 25 миллиард һумлыҡ өс ҙур туристик объект булдырасаҡ, тип хәбәр итә “Башинформ”. 🏔Лаҡлы ауылынан 3 км алыҫлыҡта 26,7 гектар участка (кадастр хаҡы 52,25 млн. һум) бүленгән, ул Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Яңы Балаҡатай – Үңкерҙе юлында урынлашҡан. Бында “Урал ынйыһы” (“Жемчужина Урала”) курорты төҙөләсәк. 🐎Яңы Ҡаратаулы ауылынан көнсығыштараҡ, Кропачево – Мәсәғүт – Әшит юлында урынлашҡан 24 гектар участкала (кадастр хаҡы 46,98 млн. һум) 134 баш йылҡы малына иҫәпләнгән ат-спорт базаһы менән “Йүрүҙән рухы” (“Дух Юрюзани”) эко-мәҙәни үҙәге ойоштороласаҡ. 🏖Иҙрис ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта 36,8 гектар участкала (кадастр хаҡы 71,2 млн. һум) “Тын Тау” премиаль спа-отеле урынлашасаҡ. ☝️Шуныһы мөһим, компания Малаяҙҙа теркәлгән һәм Салауат районы бюджетына һалым түләйәсәк.