🕯Арҡауыл ауылында махсус хәрби операция яугире, тренер-көрәшсе, йырсы, ҡурайсы Алмаз Ә...
🕯Арҡауыл ауылында махсус хәрби операция яугире, тренер-көрәшсе, йырсы, ҡурайсы Алмаз Әхтәровтың хәтер кисәһе үтте. 🔥Ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараны Вилүр Мөхөтдинов ҡурай моңдары менән асты. Фольклор төркөмө йырҙар, шиғырҙар башҡарҙы. Дуҫтары, туғандары, ҡатыны, балалары үҙ хәтирәләре менән бүлеште. “Алмаз, ысын мәғәнәһендә, рухлы егет ине. Уның өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнағанын, моңло йырҙарын, майҙанда бил бирмәй көрәшкә сыҡҡандарын һәр саҡ һағынып иҫкә алабыҙ. Яратҡан атай, ышаныслы тормош иптәше, ысын дуҫ, абруйлы ауылдаш ине”, – ти сараны алып барыусы, Рәми Ғарипов музейы директоры Луиза Хәйретдинова. 👤Алмаз Әнис улы ӘХТӘРОВ Лағыр ауылында тыуып үҫкән. Салауат районынан беренсе республика чемпионы, милли көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат, гер күтәреү һәм ҡул һуғышы буйынса Себер хәрби округы чемпионы. 15-тән ашыу спорт мастерлығына кандидат тәрбиәләгән, уның тәрбиәләнеүселәренең күбеһе Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы чемпионаттарында еңеүсе һәм призер. “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры” маҡтаулы билдәһе менән бүләкләнгән. ✅ 2009 йылдан алып “Газпром” – “Волга буйы Төбәк-ара һаҡ идаралығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының Башҡортостан һаҡ отряды өлкән һаҡсыһы булып эшләй. 🎖Яҡташыбыҙ 2022 йылдың октябренән 2023 йылдың февраленә тиклем эш урынынан МХО биләмәһенә хәрби хеҙмәткә командировкалана. 2023 йылдың октябрендә үҙ теләге менән йәнә махсус хәрби операцияға китә. Декабрҙә унда батырҙарса һәләк була. Геройға мәңгелек дан! 📸Фото: Рәми Ғарипов йорт-музейы.