⛽Башҡортостанда ҙур селтәрҙәр республика автозаправкаларында яғыулыҡты канистрҙарға тул...
⛽Башҡортостанда ҙур селтәрҙәр республика автозаправкаларында яғыулыҡты канистрҙарға тултырыуҙы тыйыуҙы ғәмәлдән сығарҙы. ⚡️Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала хәбәр итте. Был яғыулыҡ баҙарындағы хәлдең тотороҡланыуына бәйле. – Беҙ быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ – АЗС-тарҙа сират юҡ, йә иһә бәләкәй генә, – тип билдәләне республика етәксеһе. ✍️Сығанаҡ: «Башинформ».