🪖Лағыр ауылынан шағир дуҫыбыҙ Рәфҡәт һәм уның ҡатыны Фәнирә Хәсәновтарҙың кейәүҙәре, ҡ...
🪖Лағыр ауылынан шағир дуҫыбыҙ Рәфҡәт һәм уның ҡатыны Фәнирә Хәсәновтарҙың кейәүҙәре, ҡыҙҙары Әминәнең ире, өс бала атаһы, Мөрсәлим ауылы егете Айнур Илшат улы Бәҙретдинов 2024 йылдың 5 декабренән махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалған. 📝Рәфҡәт ағай, кейәүенең табылырына өмөтөн өҙмәй, уға һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәргә бағышлап шиғыр яҙып ебәрҙе. ӨҘӨЛМӘҪ ӨМӨТ Ҡоштар ҙа бит ҡайта талпынышып, Тыуған яҡҡа табып юлдарҙы. Ҡаршыларға яҙһын яу яланында Ҡанын түккән батыр улдарҙы. Ҡайтыр ҡош та бик тиҙ ҡайта алмай, Ҡайырылһа осар ҡанаты. Өҙөлмәй шул өмөт, һаман көтә “Хәбәрһеҙ юғалған” һалдатты... Бына ҡоштар ҡабат ҡайтып төштө, Яҙғы көндә, таңғы иртәлә. Моңһоуланып улар көйләй кеүек: “Рухтары бит беҙҙең эргәлә”. Яҙмыш һынауҙары бирелә шул Күктә иркен осҡан ҡошҡа ла. Әҙәм балаһы ла бер шатлана, Берсә өмөтөнән буш ҡала. Рәфҡәт ХӘСӘНОВ. Лағыр ауылы. 2026 йыл.