... Таң һарыһынан тороп ашап өйрәнгән Сәғитйәндең бөгөн тамағына аш барманы. Һөткә генә... — 30 мая 2026 г. в 22:50:01.307
... Таң һарыһынан тороп ашап өйрәнгән Сәғитйәндең бөгөн тамағына аш барманы. Һөткә генә бешерелгән бутҡаны сирҡанғандай ситкә этеп үк ҡуйҙы. Һике аҫтында йәшереп тотҡан араҡыһына тоҙ һалып эсергә уйлағайны, шешә бөкөһөн асыу менән әсе еҫенә уҡшыны. Бейек болдорҙан тышҡа сығып та өлгөрмәне, аҡтарып ҡоҫто. Бының менән генә бөтмәне, уҡшыуы дауам итте. Эске ағзаларын һелкетеп уҡшыған мәлдә Сәғитйәндең арҡа буйы тартышты. Һуңғы көсәнгәнендә эре-эре ҡанлы киҫәктәр сыҡты. Ҡатыны күрмәгәндә һөртөп алырға, тип сепрәк эҙләне. Теге сәйер ҡан киҫәктәрен ышанмағандай таяҡ менән төрткөләп ҡараны. Йәнтәслимгә арҡаһын кирә биреп турайып баҫты. Болдор ҡанатына һөйәлеп: – Рәттең китеүе ошо микән? – тип ҡуйҙы. – Нимә нишаналай үҙ алдыңа һөйләнеп тораһың? – Ғәлимәһе янына сығып баҫҡан икән. Алҡымына тығылған төкөрөктө йоталмай торған Сәғитйән өндәшмәне. Ҡатыны ҡайтанан-ҡайта һорауын биреп йонсотоуынан арып: – Донъя тигәндең рәте китеп бара икән, тием. Иренең ауыҙынан һүҙ сыҡҡанын көтөп кенә торғандай, Ғәлимә элә һалып алды: – Китер шул. Ун йыл бер ергә ҡаҙаҡ ҡаҡҡаның булдымы? Уның ҡарауы Рәфҡәттең, Ишмораттың донъяларын бөтәйттең. Ҡай еренә баш тыҡма – шыңғырлап тора. Кем ярҙамға мохтаж, шуға саптың. Көллө йөмлә йортҡа оҫта булғасың, йөрөнөң дә йөрөнөң. Рәте киткән, имеш, китер шул. Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-10-22/don-ya-tig-ne-4434803 Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

